Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 11:29

Электрон документтар тикшерелә

Был тикшереү дәүләт органдарында Рәсәй граждандары өсөн булдырылған шарттар, уларҙың хәүефһеҙлеген билдәләйәсәк.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Федераль именлек хеҙмәтенә электрон документтар әйләнеше экспериментында ҡатнашыуҙы һораны. Был турала Кремль сайты хәбәр итә.
«Федераль именлек хеҙмәте дәүләт органдарынан бирелгән электрон документтар – дубликаттарҙың әйләнешен тикшерәсәк. Был иҫәпкә халыҡтың мобиль ҡушымталар аша теркәлгән документтары ла инә. Эксперимент Рәсәй граждандары өсөн дәүләт органдарында булдырылған шарттар, уларҙың хәүефһеҙлеген билдәләйәсәк. Ил башлығының был бойороғо 2021 йылдың 1 декабренә тиклем үтәлергә тейеш.
#ВВПУТИН