Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 18:55

Онотолмай Афған һалған яра

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға - 32 йыл. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренəн 1989 йылдың 15 февраленə тиклем дауам итте. Совет ғәскәрҙәре афған халҡына эске дошмандарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеп, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Был ҡораллы конфликтта беҙҙең ил 14 мең һалдатын һәм офицерын юғалтты. Башҡортостандан иһә туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашып, 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтманы.15 февралдә илдең бөтә төбәктәрендәге кеүек үк Сибай ҡалаһында ла Афған һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алып локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалдылар.

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға - 32 йыл. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренəн 1989 йылдың 15 февраленə тиклем дауам итте.
Совет ғәскәрҙәре афған халҡына эске дошмандарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеп, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Был ҡораллы конфликтта беҙҙең ил 14 мең һалдатын һәм офицерын юғалтты. Башҡортостандан иһә туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашып, 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтманы.
15 февралдә илдең бөтә төбәктәрендәге кеүек үк Сибай ҡалаһында ла Афған һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алып локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалдылар.