Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 23:05

Дәртле халыҡ йәшәй бында

Бөгөн күп төбәктәрҙә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асыуға арналған спорт саралары уҙҙы. Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә сәләмәт тормош яҡлы икәндәрен иҫбатлап, саф һауала ойошторолған спорт ярыштарында үҙ етеҙлектәрен, сослоҡтарын һынап ҡараны. Ололар ҙа, балалар ҙа бик теләп ҡатнашты. Дүрт команда араһында барған ярышта Дамир Исмәғилев етәкләгән команда еңеү яуланы. Һәр командаға торт, бүләктәр бирелде.Спорт һөйөүселәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡайнар сәй эсеп, көр күңел менән таралышты.Афарин, әбештәр! Һәр ваҡыттағыса һеҙ әүҙем!

Бөгөн күп төбәктәрҙә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асыуға арналған спорт саралары уҙҙы. Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә сәләмәт тормош яҡлы икәндәрен иҫбатлап, саф һауала ойошторолған спорт ярыштарында үҙ етеҙлектәрен, сослоҡтарын һынап ҡараны. Ололар ҙа, балалар ҙа бик теләп ҡатнашты. Дүрт команда араһында барған ярышта Дамир Исмәғилев етәкләгән команда еңеү яуланы. Һәр командаға торт, бүләктәр бирелде.
Спорт һөйөүселәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡайнар сәй эсеп, көр күңел менән таралышты.
Афарин, әбештәр! Һәр ваҡыттағыса һеҙ әүҙем!