2020 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты В.В.Путин дистанцион эш тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйғайны. «Дом.РФ» сайты хәбәр итеүенсә, Рәсәй халҡының 44 проценты тик эш урынында эшләүҙе дөрөҫ тип һанай. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең 33 проценты эш урынын дистанцияла эшләү менән аралаштырырға теләһә, 7 проценты тулыһынса дистанцион форматта эшләү теләген белдергән.