Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 16:25

ҠЫШҠЫ БӘЙГЕ

Әлеге мәлдә Баймаҡ районы Ғүмәр ауылының “ Аҡ балсыҡ” баҫыуында 112 - се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары һәм Рәсәй геройы Минниғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған ҡышҡы бәйге бара. Сараға Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан килгәндәр. Ат сабышынан тыш, уҡтан, пневматик мылтыҡтан атыу, йәҙрә ташлау кеүек ҡыҙыҡлы уйындар ойошторола.

--Был сараны Ярат ауыл биләмәһенән һуғышҡа китеп, Башҡорт атлы девизияһында тыуған илде һаҡлаған ветеран олатайҙарға бағышланылар. Тәүге заезд Ғүмәр ауылынан Фәхрислам Нурғәле улы Үҙәнбаев иҫтәлегенә үткәрелһә, икенсе заезд--Йәрмөхәмәт ауылынан Байбиков Исмәғил Фәттәх улы , өсөнсө заезд --Ғәбсәләм ауылынан Ғәбсәләмов Ибраһим Абдрахман улы, дүртенсеһе Яраттан Ишембәтов Вәдүт Харис улы хөрмәтенә бағышланды, - тип хәбәр итә Ярат ауылы мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетле хеҙмәткәре Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева.

Миләүшә Юлдашбаева фотолары.