Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 16:15

Спорт яратыусыларҙы ҡыуандырып...

Беҙҙең төбәккә эш сәфәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов килде.

Беҙҙең төбәккә эш сәфәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов килде. Кисә Баймаҡ ҡалаһы, Урғаҙа, Әхмәр һәм Иҫке Сибай ауылы йәш спортсыларына яңы спорт инвентарҙары һәм ҡоролмалар тапшырылһа, бөгөн сибайҙарҙы ҡыуандырҙылар. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында бокс буйынса түңәрәктәр асыу өсөн спорт инвентарҙары бүләк ителде.