Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:21

Бәпәй көткәндәргә - 20 мең

Ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға түләү алыу тураһында серитфикат тапшырыла һәм уларға йыл ярым буйына 20 мең һум аҡса түләнәсәк.

Дәүләт Думаһы депутаты Николай Земцов белдереүенсә, Рәсәйҙә ауырлы ҡатындарға ай һайын түләү булдырыу закон проекты эшләнелә. Ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға түләү алыу тураһында серитфикат тапшырыла һәм уларға йыл ярым буйына 20 мең һум аҡса түләнәсәк.
Был Рәсәйҙә аборттар һанын кәметергә, ҡатын-ҡыҙҙарға был осорҙо еңелерәк үткәрергә,кәрәкле медикаменттар алырға ярҙам буласаҡ. Документ 2021 йылдың яҙында парламентта ҡараласаҡ.
#ВВПУТИН
Фото интернет селтәренән алынды