Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 22:30

Сибай—сәләмәтлек үҙәге

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы старт алыу менән Сибай ҡалаһында спорт ярыштары уҙғарыла башланы. Бигерәк тә февраль айы спорт сараларына бай булмаҡсы. Тап ошо мәлдә “Рәсәй саңғы юлы” һәм башҡа ярыштар ойошторолоуы көтөлә. Сайттағы яҙмабыҙ ошо хаҡта.

Спорт ярыштарында спортсылар ғына түгел, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы һәр кем ҡатнаша ала. "Демография" милли проектының "Спорт-йәшәү нормаһы" программаһы сиктәрендә 6 фераль сәғәт 12-лә “Труд” стадионында хеҙмәт коллективтары араһында коньки уҙышы уҙғарыла. Ярышҡа сығасаҡ предприятие, ойошма, учреждениелар командаһы 2 ир-егеттән һәм 1 ҡатын-ҡыҙҙан торорға тейеш. 7 февралдә иһә Балалар ижады үҙәгендә Виктор Захаров иҫтәлегенә йөҙөү буйынса ярыш үтәсәк. 13 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Рәсәй саңғы юлы” уҙышы ойошторола.
--Рәсәй саңғы юлы Бөтә Рәсәй күләмендәге сара. Бында йәш сикләүҙәре юҡ. Һәр теләгән кеше саңғыла ярыша ала. Быйыл Рәсәй саңғы юлында ҡатнашыусылар 10 дистанцияла йүгерәсәк. Балалар, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр, вип йүгереүселәр, спорт ветерандары айырым-айырым стартҡа баҫасаҡ. Әйтергә кәрәк, спорт ветерандары беҙҙең ныҡ әүҙем. Улар бындай саранан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай,--ти спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Николай Воробьев.
20 февралдә шул уҡ Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн саңғы уҙышы үткәреү ҡаралған. Патриотик тәрбиә айын армрестлинг, милли көрәш, уҡтан атыу ярыштары тамамлаясаҡ. Был ярыштар иһә 26 февраль “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу
комплексында үтә һәм унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография