Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 10:50

Эштәре юғары баһаланды

Бүләкләнеүселәр араһында Сибай ҡалаһы ирекмәндәре булыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Президент В.В. Путин "Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда булдырылған “Беҙ бергә” Рәсәй халҡына ярҙам акцияһы ойоштороуҙы юғары баһаланы. Был йүнәлештә эшләгән һәр ирекмәндең хеҙмәте айырым билдәләнде, уларҙы әле лә юғары билдәләр менән бүләкләү дауам итә.
3 февралдә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Бөтә Рәсәй үҙ–ара ярҙам итеү акцияһын ойоштороуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн республика ирекмәндәренә иҫтәлекле миҙалдар һәм Почет грамоталары тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһы ирекмәндәре булыуы айырыуса ҡыуаныслы.
#ВВПУТИН
Читайте нас: