АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 11:22

Туған телде һаҡларға тейешбеҙ!

Был йүнәлештә эшләргә, заманса технологиялар индерергә, хеҙмәткәрҙәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалай белергә кәрәк.

Президент В.В.Путин “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаттары менән осрашыу барышында төбәк етәкселәренән Рәсәй халыҡтарының телен, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүҙе һораны.
"Советтар Союзы дәүерендә ниндәй генә проблемалар булманы, шулай ҙа телде, мәҙәниәтте һәм әҙәбиәтте үҫтереүгә һәр ваҡыт иғтибар ҙур булды. Шуға күрә, был йүнәлештә эшләргә, заманса технологиялар индерергә, хеҙмәткәрҙәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалай белергә кәрәк. Тел — ул беҙҙең дөйөм мәҙәни байлығыбыҙ, терәгебеҙ, уны һаҡларға тейешбеҙ, -тине ил башлығы.
#ВВПУТИН