Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 21:14

Сибай студенттары Баймаҡта

К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы студенттары вокал бүлеге уҡытыусыһы Д.М. Ласынов етәкселегендә Баймаҡ районы Темәс һәм Билал ауылының мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы студенттары вокал бүлеге уҡытыусыһы Д.М. Ласынов етәкселегендә Баймаҡ районы Темәс һәм Билал ауылының мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Студенттар уҡыусыларҙы сәнғәт колледжы менән яҡындан таныштырҙы, киләсәктә тап ошо уҡыу йортона уҡырға килергә саҡырҙы. “Күстәнәс”кә алып килгән концерт номерҙарын бүләк итте.