АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 12:50

Мәҙәни тормошто гөрләтеүселәр

Мәҙәниәт бүлегенең йыл йомғаҡтары—үҙенсәлекле сара. Сөнки башҡа бер өлкәлә лә был тиклем ижади, һәр яҡлап һәләтле кешеләр юҡтыр. Ҡалала уҙғарылған байрамдар, мәҙәни саралар һәм концерттар –шуға сағыу миҫал. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре унда кулиса артында йәки сәхнәлә булһа, был юлы улар бөтәһе лә бер залға йыйылып, эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны.

Мәҙәниәт бүлегенең йыл йомғаҡтары—үҙенсәлекле сара. Сөнки башҡа бер өлкәлә лә был тиклем ижади, һәр яҡлап һәләтле кешеләр юҡтыр. Ҡалала уҙғарылған байрамдар, мәҙәни саралар һәм концерттар –шуға сағыу миҫал. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре унда кулиса артында йәки сәхнәлә булһа, был юлы улар бөтәһе лә бер залға йыйылып, эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны. Йыйылышта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә традицион аплодисменттар яуыуҙан тыш, намыҫлы хеҙмәттәре төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән билдәләнде.