АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 09:00

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ, ДУҪТАР!

Шундай заманда йәшәйбеҙ: бәхетле булыу өсөн барыһы ла бар һымаҡ... Өҫтәлдә мул ризыҡ, ерҙә тыныслыҡ, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә кейемдә, һәр ғаиләлә машина, йорт...Тик һөйөүгә, иғтибарға, кеше хәленә инә белеүгә, яҡшы мөнәсәбәткә ҡытлыҡ. Шуға ла кеше күңеле “ас”. Йылылыҡ, иғтибар етмәүҙән кеше йомола, һүнә, һыуына, өшөй... Шунлыҡтанмы үҙенең бәхетле икәнен тоймай, бәхетле булыуын әйтергә ҡурҡа...Ә һин көтмә, талап итмә. Был ғүмер илаһаң да үтә, көлһәң дә үтә! Шулай булғас, ниңә иларға? Ниңә мыжырға? Йылмай! Көл! Ҡыуан! Донъя яҡтырып китер, яныңда ла йылмайыусылар, көлөүселәр, ҡыуаныусылар артыр. Ҡояшҡа тартылған сәскә кеүек һиңә тыртылыусылар ҙа булыр, моғайын.Йылмай, дуҫым, йылмай... Хәйерле иртә, дуҫтар! Уңышлы көн һеҙгә!

Шундай заманда йәшәйбеҙ: бәхетле булыу өсөн барыһы ла бар һымаҡ... Өҫтәлдә мул ризыҡ, ерҙә тыныслыҡ, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә кейемдә, һәр ғаиләлә машина, йорт...Тик һөйөүгә, иғтибарға, кеше хәленә инә белеүгә, яҡшы мөнәсәбәткә ҡытлыҡ. Шуға ла кеше күңеле “ас”. Йылылыҡ, иғтибар етмәүҙән кеше йомола, һүнә, һыуына, өшөй... Шунлыҡтанмы үҙенең бәхетле икәнен тоймай, бәхетле булыуын әйтергә ҡурҡа...
Ә һин көтмә, талап итмә. Был ғүмер илаһаң да үтә, көлһәң дә үтә! Шулай булғас, ниңә иларға? Ниңә мыжырға? Йылмай! Көл! Ҡыуан! Донъя яҡтырып китер, яныңда ла йылмайыусылар, көлөүселәр, ҡыуаныусылар артыр. Ҡояшҡа тартылған сәскә кеүек һиңә тыртылыусылар ҙа булыр, моғайын.
Йылмай, дуҫым, йылмай...