АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 11:22

Иҡтисадҡа ярҙамға

БДИ системаһы йыл әйләнәһенә модернизациялана, байтаҡ юғары уҡыу йорттарында олимпиадалар, конкурстар ошо платформаға нигеҙләнгән. Улар юғары уҡыу йорттарына ингән студенттарға ҡатнаш һынау булып тора.

Берҙәм дәүләт имтиханы мәғариф системаһына төплө инеп, ғәҙәти күренешкә әйләнеп өлгөрһә лә, ҡай саҡ йәмғиәттә тәнҡит, ҡаршылыҡтар уятып шау-шыу ҡуптарып ҡуя. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, БДИ системаһын тәнҡитләүселәргә ҡарағанда хуплаусылар күберәк. Сөнки ғәҙел баһа алып, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙың уҡырға инеү мөмкинлеге артты. Был турала Президент Владимир Путин юғары уҡыу йорттары студенттары менән аралашыу барышында белдерҙе.
—БДИ системаһы йыл әйләнәһенә модернизациялана, байтаҡ юғары уҡыу йорттарында олимпиадалар, конкурстар ошо платформаға нигеҙләнгән. Улар юғары уҡыу йорттарына ингән студенттарға ҡатнаш һынау булып тора. Алыҫ төбәктәрҙән килеп Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына инеүселәр күбәйҙе. Был үҙ сиратында илебеҙ иҡтисады өсөн яһалма кадрҙар түгел, ә ысын талантлы, үҙ һөнәренең оҫталары әҙерләнәсәк тигән һүҙ, -тине В.В.Путин үҙ сығышында.
#ВВПУТИН