Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 20:41

Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!

2021 йылдың 2-се ярты йыллығына “Атайсал” гәзитенә яҙылыу башланды.

2021 йылдың 2-се ярты йыллығына “Атайсал” гәзитенә яҙылыу башланды.
Бер нигә ҡарамай, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары беҙҙең менән ҡалырына ышанабыҙ. Мәғлүм булыуынса, йыл әйләнәһенә редакция хеҙмәткәрҙәре конкурстар, уйындар ойоштора. Даими уҡыусыларыбыҙ уларҙа ҡатнашып, төрлө приздар отоп ҡыуана. Бынан тыш, йылына ике тапҡыр—подписка кампанияһы тамамланған мәлдә лото-уйынын үткәрәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020 йылда квитанцияларын алдан уҡ ебәреүселәр араһында айырым отош уйыны уҙғарылып, уларға үҙенсәлекле бүләктәр тапшырылды. 2021 йылдың 1-се ярты йыллығына һәм тотош бер йылға яҙылыусылар араһында быйыл байтаҡ приздар уйнатылды. Квитанция күсермәһен ебәреүсе 500-гә яҡын кеше араһынан 14 гәзитебеҙ дуҫы иҫтәлекле бүләккә эйә булды. Быйыл да “Атайсал”ды алдырыусылар араһында төрлө конкурстар, уйындар ойоштороласаҡ.
Гәзитебеҙгә почта бүлексәләрендә ярты йылға-612 һум 90 тингә, редакцияның подписка бүлеге аша (сибайҙарға һәм Иҫке Сибай ауылы халҡына) 600 һумға яҙылырға мөмкин. Милли баҫмаларҙың киләсәге-беҙҙең ҡулда! “Атайсал”ды алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!