Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 11:23

Инвалидтарға эш урыны

Урта профессиональ белем биреү мәсьәләләре буйынса индерелгән йөкләмәләр исемлегенән был категорияға ҡараған граждандарға ҡулайлы эш йүнәлеше һайлап алынасаҡ.

Бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында инвалидтарҙы, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эш урыны менән тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарыла.
Президент В.В.Путин Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына урта профессиональ белем биреү мәсьәләләре буйынса индерелгән йөкләмәләр исемлегенән был категорияға ҡараған граждандарға ҡулайлы эш йүнәлешен һайлап алыуҙы йөкмәтте.
“Был инвалидтарға, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, артабан үҙҙәрен эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк,” – тине ил башлығы.
#ВВПУТИН
Читайте нас: