Рәсәй төбәктәре коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерелгән юғары әҙерлек режимынан сыға башланы. Президент В.В.Путин билдәләүенсә, был осорҙа бик етди эш итергә кәрәк.
“Киң масштаблы вакцинациялау киҙеүҙе еңергә ярҙам итәсәк. Коронавирус һаман да таралыуын дауам итә. Шуға күрә барыбыҙға ла һаҡ булырға кәрәк. Министрҙар кабинетынан халыҡтың һаулығын һаҡлап ҡалыуға, ил иҡтисадын күтәреү өсөн кесе һәм урта бизнесҡа ярҙам итеүегеҙҙе һорайым,”-тине ул.
Башҡортостанға COVID-19 менән ауырыған пациенттарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан тағы 66,9 миллион һум бүленде. Ил төбәктәре араһында аҡсаны бүлеү тураһында бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Субъекттар араһында бөтәһе 2,7 миллиард һум бүленә.