АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 10:53

“Артефакт”ағы тарихи күргәҙмәләргә күҙ һалығыҙ.

Инвалидтар, һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ғөмүмән, музейҙы барып күрә алмағандар “Артефакт” ҡушымтаһы ярҙамында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күргәҙмәне ҡарай ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, илдең 48 төбәгендә өс меңдән ашыу музей әйберен һүрәтләү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә тарихи экспонаттарҙы һәм сәнғәт әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған “Артефакт” платформаһына тағы ла 78 өр-яңы күргәҙмә өҫтәлде.
Платформала тәҡдим ителгән коллекциялар араһында Башҡортостандан тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының дүрт экспозицияһы һәм күргәҙмә проекты буйынса мультимедиа-экскурсиялар бар.
Инвалидтар, һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ғөмүмән, музейҙы барып күрә алмағандар “Артефакт” ҡушымтаһы ярҙамында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күргәҙмәне ҡарай ала.
#ВВПУТИН
#нацпроекты