Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 11:52

Вирусты еңгәндәргә прививка эшләтергә кәрәкмәй!

Ниһайәт, прививкалау башланды, инде был вирусты ла еңәбеҙ тигәндә, вакцина тураһында имеш-мимештәр таралыуы дауам итә.

Коронавирус киҙеүе бөтә донъяны болғатып ҡына ҡалманы, халыҡты шул тиклем ҡурҡыуға һалған икән. Ниһайәт, прививкалау башланды, инде был вирусты ла еңәбеҙ тигәндә, вакцина тураһында имеш-мимештәр таралыуы дауам итә.
Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, COVID-19 вирусы менән ауырығандарға прививка эшләтергә кәрәкмәй. Сөнки әлегә был ауырыу менән ҡабаттан сирләүселәр теркәлмәгән. Бынан тыш прививкалағы вирусҡа ҡаршы тороусы “яһалма” иммунитет кешенең ауырыған ваҡытта барлыҡҡа килгәненә тиң. Шуға күрә прививка эшләтеү – ирекле, һәр кем үҙ теләге менән эшләтә ала.
Рәсәйҙә вакцинациялау уҙған йылдың декабрендә үк башланды. Рәсәй Президенты В.В.Путин 18 ғинуарҙан киң масштаблы вакцинациялауҙы башлау Указына ҡул ҡуйҙы.
#ВВПУТИН