Сабый уйынсыҡтар янында ятып ҡына йән биргән...
Был аяныслы хәл иртәнсәк Хәйбулла районында теркәлгән. Өс айлыҡ малай үҙ карауатында ятып ҡына үлгән. Тын алмаған балаға йәш әсә йән өрмәк була ла ул... Ләкин был мөмкин булмай...
Сабый кәүҙәһе судмедэкспертизаға ебәрелгән. Бала йоҡлаған түшәк, матрас, яҫтыҡ, уйынсыҡтар һәм башҡа әйберҙәр тикшереүгә алынған.
Бик ҡыҙғаныс хәл. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.