Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 11:29

Төбәк бюджеттары тикшерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыу арҡаһында төбәк бюджеттарының килешеүгә инмәгән өҫтәмә сығымдары барлыҡҡа килеүҙе ентекле тикшереүҙе бойорҙо.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыу арҡаһында төбәк бюджеттарының килешеүгә инмәгән өҫтәмә сығымдары барлыҡҡа килеүҙе ентекле тикшереүҙе бойорҙо. Ил башлығы билдәләүенсә, бындай осраҡтар асыҡланғанда, федераль бюджет аҡсалары иҫәбенән уларҙы компенсациялау буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк буласаҡ.
Владимир Путин, шулай ук, төбәктәрҙәге маҡсатлы проекттарға бюджетта аҡса күләмен арттырыуҙы, алдағы йылдарҙа федераль бюджеттан бирелә торған аҡсаның тәьмин ителешен тигеҙләүгә дотацияны һаҡлап ҡалырға кәрәклеген дә иҫкәртте.
#ВВПУТИН