Рәсәй Президенты В.В.Путин Дәүләт Думаһына Балалар сәнғәт мәктәптәренең эшмәкәрлеген яйға һалыу тураһындағы закон проектын тәҡдим иткәйне. Министрҙар кабинеты ил башлығының был инициативаһын хупланы, бөгөн Дәүләт Думаһының пленар ултырышында был проект ентекле ҡараласаҡ.