Колледждарҙа тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙарына, йә был эште өҫтәмә үҙ елкәһенә алған уҡытыусыларға, мәктәптәрҙә класс етәкселәренә булдырылған кеүек үк, айырым суммала өҫтәмә эш хаҡы түләнә башлай. Был указға Рәсәй Президенты В.В.Путин уҙған йыл уҡ ҡул ҡуйғайны. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, был һорау ошо көндәрҙә хәл ителәсәк. Ил башлығы унан мәктәптәрҙә класс етәкселәренә түләнмәгән осраҡтарҙы ла асыҡлап, хәл итеүҙе һораны.