18 ғинуарҙан 19 февралгә ҡәҙәр республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы уҙа. Был ваҡыт арауығында юлһыҙ ерҙән йөрөгән мотосараларҙың төҙөклөгөнә, теркәү документтарының булыу-булмауына, техника менән идара итеүселәрҙең танытмаларына айырым иғтибар бүленәсәк. Ҡаргиҙәр, квадроциклдар теркәү иҫәбендә торорға һәм уның техник торошо даими тикшереү үтергә тейеш. Юлһыҙ ерҙән йөрөгән мотосаралар менән идара итеүселәрҙең мотлаҡ АI категориялы тракторист-машинист танытмаһы булырға тейеш. Бөтә һорауҙар буйынса Сибай ҡалаһының дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһына мөрәжәғәт итергә. Инспекцияның адресы: Йылайыр шоссеһы, 5. Белешмәләр өсөн телефон: 5-39-33.