Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 11:39

Киң масштаблы вакцинациялау башлана

Бөйөк Британияла декабрь урталарында коронавирустың яңы штаммы асыҡланған. Ул 70%-ҡа зарарлыраҡ. Рәсәйҙә был штамм декабрь аҙағында билдәле булды.

Владимир Путин 18 ғинуарҙан Рәсәйҙә киң масштаблы вакцинациялау башланасағы тураһында хәбәр итте. Ошо көндәрҙә төбәктәргә 600 меңдән ашыу дозалағы вакцина таратылды. Әлегә тиклем халыҡҡа «Спутник V»вакцинаһы эшләнелһә, 18 ғинуарҙан «ЭпиВакКорона» яһаласаҡ.
“Беҙҙең төп бурыс –Рәсәй халҡын һаҡлап ҡалыу. Күреп тораһығыҙ, күрше илдәрҙә хәлдәр бигерәк тә насар. Британияны ғына алып ҡарайыҡ. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә бында декабрь урталарында коронавирустың яңы штаммы асыҡланған. Ул 70%-ҡа зарарлыраҡ. Рәсәйҙә был штамм декабрь аҙағында билдәле булды. Шуға күрә Бөйөк Британияға һауа юлдары 1 феврәлгә тиклем ябылды. Рәсәйҙәге киң масштаблы вакцинациялауға килгәндә -һәр кем айыҡ аҡыл менән эш итер, үҙен был вирустан һаҡлар тип ышанам,”-тине ил башлығы.
#ВВПУТИН