Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 11:35

Ауыр сирлеләргә ярҙамға

Ойошма быға тиклем Рәсәйҙә теркәлмәгән дарыуҙарҙы һатып алыу менән шөғөлләнәсәк.

Рәсәй Президенты В.В. Путин “Мәрхәмәтлек түңәрәге” тип исемләнгән ауыр һәм хроник сирле балаларға ярҙам итеү фондын булдырыу указына ҡул ҡуйҙы.
Фондтың башлығы итеп беренсе балалар хосписын асыусы Александр Ткаченко билдәләнде. Ойошма быға тиклем Рәсәйҙә теркәлмәгән дарыуҙарҙы һатып алыу менән шөғөлләнәсәк. Унда 45 кеше - ауыр сирҙәр менән эшләү тәжрибәһе булған медицина хеҙмәткәрҙәре, документ һәм ғариза-дәғүәләр менән эшләүсе белгестәргә эш урыны булдырылды.
2021 йылда фондтың эшмәкәрлеген финанслауға 60 миллиард һум аҡса бүленгән.
#ВВПУТИН