Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 12:10

Һыйыр кәрәк!

...Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә йәштәр дәррәү генә тороп тышҡа ынтылды. Уларҙың был ҡылығын аңламаған ҡайным, эргәһендә ултырған үҙе кеүек оло кешенән:--Ҡайҙа киттеләр ул?--тип һораны.--Әллә һыйыр кәрәк, тип ырғып тороп сыҡты бөтәһе лә. Үҙең туйға йәштәргә һыйыр әйттең дә инде. Шуны ҡарарға тип кәртәгә киттеләр инде,--ти бошмай ғына.--Һыйыр ни ҡасмаҫ ине әле. Иртәгә яҡтырғас сығып ҡарап булмаймы икән уны? Төндә малды ҡуҙғытып,--тип һөйләнде ҡайным.

...Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә йәштәр дәррәү генә тороп тышҡа ынтылды. Уларҙың был ҡылығын аңламаған ҡайным, эргәһендә ултырған үҙе кеүек оло кешенән:
--Ҡайҙа киттеләр ул?--тип һораны.
--Әллә һыйыр кәрәк, тип ырғып тороп сыҡты бөтәһе лә. Үҙең туйға йәштәргә һыйыр әйттең дә инде. Шуны ҡарарға тип кәртәгә киттеләр инде,--ти бошмай ғына.
--Һыйыр ни ҡасмаҫ ине әле. Иртәгә яҡтырғас сығып ҡарап булмаймы икән уны? Төндә малды ҡуҙғытып,--тип һөйләнде ҡайным.
Бер мәл урамда көслө шартлау тауыштары яңғырап, һауала төрлө-төрлө утлы шарҙар хасил булды, йәштәрҙең күңелле тауыштары яңғыраны.
--Фейервергҡа сыҡҡандар ҙа баһа! Беҙ һинең менән ике ҡарт баш, йәштәрҙең фейерверк тигәнен һыйыр кәрәк тип ишеткәнбеҙ!--тип көлөшөргә тотондо ололар.
Туйҙар гөрләп үтте, ләкин лаҡап ҡалды: хәҙер бер фейеверк тимәйбеҙ, һыйыр кәрәк тибеҙ. Һеҙҙең яҡта булдымы быйыл фейерверк? Беҙҙә әле лә көн дә күктәр ялтырай...