Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 14:40

Артабан да тартырһыңмы?

Яңы законға ярашлы, тәмәкегә минималь хаҡ ҡуйыласаҡ...

Владимир Путин тәмәкегә минималь хаҡ булдырыу хаҡындағы яңы законға ҡул ҡуйҙы. Тимәк, билдәләнгән сумманан арзаныраҡҡа бер ерҙә лә сигарет һатылмаясаҡ.
Закон Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан декабрь аҙағында ҡабул ителеп, сенаторҙар тарафынан хупланғайны. Тәмәкенең хаҡы махсус формула буйынса иҫәпләнәсәк, акциз күләменә бәйле буласаҡ. Ә ул, билдәле, йыл да арта бара.
Минималь хаҡ закон ғәмәлгә ингәнгә тиклем 30 көн алдан билдәле булырға тейеш. Закон 2021 йылдың 1 апрелендә үҙ көсөнә инә. Тимәк, март башында минималь хаҡ әйтеләсәк.
Ҡара иҫәп буйынса, әлеге акцизға ҡарап билдәләгәндә, бер ҡап тәмәкенең минималь хаҡы 107 һум да 78 тин буласаҡ. Киләһе йылға 111 һум да 98 тингә күтәреләсәк.
#ВВПУТИН