Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 23:35

Эх, быймаһы, быймаһы...

Оҫталыҡта ла, сослоҡта ла Мәрйәм Мәхмүтоваға етеүсе булманы. Уның быймаһы иң матуры тип табылды һәм еңеүсегә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Оҙайлы каникул мәлендә Баймаҡ районы ауылдарында һәр төрлө сара ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн Сыңғыҙ ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Иң матур быйма” конкурсы уҙғарылды. Унда ҡатнашыусылар үҙ фантазияһын эшкә егеп, быймаларын төрлөсә биҙәне. Улай ғына ла түгел, улар һәр төрлө һынауҙар аша үтте. Мәҫәлән, шар өрҙө, һикереп ярышты һ.б.
Оҫталыҡта ла, сослоҡта ла Мәрйәм Мәхмүтоваға етеүсе булманы. Уның быймаһы иң матуры тип табылды һәм еңеүсегә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Афарин!
Читайте нас: