Яңы етәксе яңыса эшләй
Рәсәй Президенты В.Путин үҙ теләге менән вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан Башҡортостан етәксеһе Р.З.Хәмитовтың отставкаһын ҡабул итте һәм Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировты тәғәйенләне. Яңы етәксе эште һаулыҡ һаҡлау өлкәһен ҡарауҙан, «Башҡортостан» нәшриәтенең бөлгөнлөккә төшөү процедураһын туҡтатыуҙан башланы. Радий Хәбиров төбәк берҙән-бер дәүләт нәшриәтенән мәхрүм ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә предприятиеның бөлгөнлөккә ҡалыуына юл ҡуйған чиновниктарҙы ҡаты тәнҡитләне һәм 15 ноябргә ҡәҙәр хәл итеү алымдарын әҙерләргә ҡушты.