«Уфанет» офоҡтарын киңәйтә
Йылайыр районының Йылайыр ауылы халҡы Өфөнөң «Уфанет» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәттәре менән ҡуллана башланы. Ул 500 мбит юғары тиҙлекле интернетты, 180 каналды үҙ эсенә алған заманса һанлы телевидение, видеокүҙәтеү кеүек хеҙмәттәрҙе үҙ эсенә ала. GPON технологияһы буйынса уҙғарылған заманса телевидениеға тоташҡандарға бер телевизорға IP-приставкаһы ҡулланыуға бушлай тапшырыла.