Сикләүҙәр алынды
Быйылдан башлап «Жилстройсбережения» республика программаһын финанслау күләме ике тапҡырға артты һәм 235,6 миллион һум тәшкил итте. Быйыл 1 марттан программала ҡатнашыу өсөн бар сикләүҙәр алынды. Хәҙер теләгән бер кеше торлаҡ алыу өсөн уңайлы шарттарҙа һаҡлыҡ иҫәбе аса ала. Программа республикала 2014 йылдан алып ғәмәлдә. Унда тәүҙә тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған, балалы һәм 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине. Программа шарттары буйынса, граждандар өс йылдан алты йылға тиклем торлаҡ алыуға һаҡлыҡ иҫәбе аса («Уралсиб» йәки Һаҡлыҡ банкыһында). Дәүләт ай һайын индерелгән аҡсаға 30 процентҡа тиклем премия өҫтәй бара. Был аҡса торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнә булараҡ туплана. Аҙаҡ ғаилә 6-7 процент ставкаһы менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.