Башҡортостан Республикаһының Дәүләт-Йыйылышы—Ҡоролтайында легаль булмаған пассажир ташыусылар мәсьәләһе ҡаралды. Эшсе төркөм ултырышында «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә автомобиль транспорты һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты менән хеҙмәтләндереү тураһында»ғы Закондың үтәлеше һәм транспорт хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. Баш ҡала халҡын әлеге көндә 3 меңдән ашыу транспорт сараһы хеҙмәтләндерә, шуның 260 берәмәге—«Башавтотранс» йәмғиәте автобустары. Өфө урамдарында 1 мең ярым самаһы бәләкәй автобус йөрөй, шуларҙың 42 процентының пассажирҙар ташыуға рөхсәте юҡ. Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы етәксеһе Д.Fилметдинов, ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Федосов, адвокаттар коллегияһы вәкиле М.Максимова һәм башҡалар легаль булмаған автотранспорттың власть менән килешеү нигеҙендә эшләүенә өлгәшеү өсөн ҡануниәт нормаларын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.