Хәйбуллалар—иң яҡшыһы
2018 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Хәйбулла районы буйынса милек менән идара итеү комитеты республикала иң яҡшыһы тип табылған. Комитет ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.