Хәйбуллала буласаҡ һалдаттар өсөн «Призывниктар көнө» үткәреү матур йолаға әйләнгән. Яңыраҡ «Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында улар өсөн сираттағы тантаналы сара үткән. Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге был сараны йылына ике тапҡыр—яҙғы һәм көҙгө саҡырылыш алдынан үткәрә.