Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 11:00

Яңы йылға яңы уңыштар менән

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты 2021 йылды ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Был хаҡта Сибай институты директоры, педагогика фәндәре докторы йылды йомғаҡлап үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары пофессиональ белем биреү министрлығы тарафынан “Фән” милли проектына ярашлы үткәрелгән III Бөтә Рәсәй студент проекттарының конкурсында педагогика факультетының дүртенсе курс студенты Байгалина Сулпан 261 ҡатнашыусы араһынан беренсе урын яуланы.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты 2021 йылды ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Был хаҡта Сибай институты директоры, педагогика фәндәре докторы йылды йомғаҡлап үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары пофессиональ белем биреү министрлығы тарафынан “Фән” милли проектына ярашлы үткәрелгән III Бөтә Рәсәй студент проекттарының конкурсында педагогика факультетының дүртенсе курс студенты Байгалина Сулпан 261 ҡатнашыусы араһынан беренсе урын яуланы. Оператив кәңәшмәлә Азат Сәлимйән улы Сулпанды оло еңеүе менән ҡотланы һәм киләсәккә уңыштар теләне.
Ошонда уҡ бер төркөм коллегаларға: институттың уҡыу -уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Инна Алексеевна Ситноваға "Иҡтисад теорияһы" специальносы буйынса ПРОФЕССОР, Куваева Марина Михайловнаға "Һөнәри белем биреү теорияһы һәм методикаһы" специальносы буйынса ДОЦЕНТ, Фәйзуллина Лилиә Рәдиф ҡыҙына "Белем һәм тәрбиә биреү теорияһы һәм методикаһы" специальносы буйынса ДОЦЕНТ тигән ғилми дәрәжәне раҫлаусы документтар тапшырылды.
#нацпроекты#миллипроекттар
#наукарф