Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 10:41

«Күңел күтәреү газы»н һатыу тыйыла

Был газды пропагандалауҙа ҡатнашыусы физик шәхестәргә 1-ҙән 2 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 10 –дан 20 мең һумға тиклем штраф һалына. «Күңел күтәреү газы» һатылған шәхси эшҡыуарҙарҙың эше 30 тәүлеккә тиклем туҡтатылып торасаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин «Күңел күтәреү газы»н (азот әсеткеһен) һатыуҙы тыйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
«Халыҡтың хәүефһеҙлеген һәм һаулығын һаҡлау маҡсатында 2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһында азот әсеткеһе әйләнеше туҡтатыла», —тип әйтелә текста. Уны һаҡлау, һатыу, рекламалау, интернетта мәғлүмәт биреү- тыйыла. Был газды пропагандалауҙа ҡатнашыусы физик шәхестәргә 1-ҙән 2 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 10 –дан 20 мең һумға тиклем штраф һалына. «Күңел күтәреү газы» һатылған шәхси эшҡыуарҙарҙың эше 30 тәүлеккә тиклем туҡтатылып торасаҡ.
Әйткәндәй, был газды еҫкәү наркотик ҡулланыуға тиң. Уны ҡулланыусылар бер аҙға күңелдәрен күтәрә, һаташа, ләззәт ала. Шуға күрә уны төнгө клубтарҙа һатыу бик популяр булып киткәйне. Азот әсеткеһе шулай уҡ медицинала ингаляциялы наркоз булараҡ ҡулланыла.
#ВВПУТИН
Читайте нас: