Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 15:25

ЮЛДАРҘА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Һауа торошо боҙолоп, ҡар яуып, буран сыҡҡанда оҙон юлға сыҡмағыҙ. Әгәр сығып, ҡамалып ҡала күрһәгеҙ, түбәндәге телефондар һеҙҙә булһын. Өфөләге дежур часть телефоны: 8 347 237-02-02, Башкортостан Республикаһы буйынса: 8 347 235-84-02.

Башҡортостан Дәүләт автоинспецияһы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡыра.
Ҡар яуыуы сәбәпле, республиканың баш ҡалаһында юл-транспорт ваҡиғаһы күпләп теркәлә лә башлаған. Шуға ла ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк булмағанда йәшәгән төбәктән оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Әгәр юлға сығып та, ҡатмарлы хәлгә тарыһағыҙ, Дәүләт автоинспекцияһына тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итергә була. Хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килер, бик булмаһа техник хеҙмәт һәм эвакуатор саҡырырға булышлыҡ итер.
Өфөләге дежур часть телефоны: 8 347 237-02-02, Башкортостан Республикаһы буйынса: 8 347 235-84-02.
Читайте нас: