Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә тәрбиә эштәре буйынса консультант вазифаһын индереүҙе планлаштыра.
“2021 йылдың 1 мартынан ун төбәк мәктәптәрендә был вазифа, пилот проект булараҡ, индереләсәк. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары ла вазифаны өҫтәмә эш хаҡы (15 мең) менән биләй ала. Был да үҙенә күрә уҡытыусылар өсөн ҙур ярҙам,”-тине министр.
Быға тиклем Рәсәй Президенты В.В.Путин Указы менән класс етәкселәренә өҫтәмә түләү булдырылғайны.
Әлбиттә, бөгөнгө заманда интернет шауҡымында үҫкән балаларҙы тәрбиәләү уҡытыусыларға ауырға төшә. Дәүләт кимәлендә уларҙың эше дөрөҫ баһаланыуы, ярҙам саралары булдырылыуы бик кәрәк.