Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 11:00

Ҡаҙы, ялы бар бында

Баймаҡ районында "Хәләл" стандарты буйынса ит ярымфабрикаттарын эшкәртеү буйынса тағы бер цех асылды. 2019 йылда Сәфәрғәлин Илфат Шәфҡәт улы Һаҡмар ауылының шәхси хужалыҡтарын "Дуҫлыҡ" кооперативына берләштереп табышты арттырыу проекттарында ҡатнашып грант отто. Эшҡыуар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектына ярашлы бүленгән дәүләт ярҙамына ҡорамалдар һатып алған. 10 төрлө сифатлы ит продукцияһы етештерелгән цехта 10 кешегә эш урыны булдырылған. "Хәләл" стандарты сертификатын Илфат Сәфәрғәлинға "Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге" етәксеһе Илнур Мөхәмәтйәнов тапшырҙы. Әйткәндәй, республикала 4 хужалыҡ ҡына бындай сертификаттарға эйә. Шуларҙың икәүһе Баймаҡ районында--"Иген-Тау" (Баймаҡ ҡалаһы) һәм "Дуҫлыҡ" йәмғиәттәре (Һаҡмар ауылы).

В Баймакском районе открылся еще один цех по переработке мясных полуфабрикатов по стандарту «Халяль». В 2019 году Сафаргалин Ильфат Шафкатович из д.Сакмар объединил личные подсобные хозяйства деревни в кооператив «Дуслык» и стал участником программы Доходогенерирующие проекты. На средства гранта закупил оборудования. Цех сегодня выпускает 10 наименований качественной мясной продукции. Здесь создано 10 рабочих мест. Сертификат стандарта «Халяль» вручил руководитель «Центра развития индустрии Халяль» Ильнур Мухаметзянов. В республике только 4 предприятий имеют такие сертификаты, из них 2 - в Баймакском районе, «Иген-Тау» (г.Баймак) и «Дуслык» (д.Сакмар).
#нацпроекты#миллипроекттар