Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 11:00

Сибай эшҡыуарҙары алдынғы

Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йыл эшҡыуары-2020” конкурсында Сибай эшҡыуарҙары Гөлназ Азатова «Ҡатын-ҡыҙ—йыл директоры» номинацияһы еңеүсеһе булһа, Юрий Иванов, Андрей Подшибякиндар II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы “Киләсәк фабрикаһы” инновация эшҡыуарлығы йортонда үткәрелде. Конкурс республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм уларға ярҙам итеү” дәүләр программаһы нигеҙендә мөмкин булды. Ул иң яҡшы эшҡыуарлыҡ тәжрибәһен, ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыуға, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индергән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың уңышлыраҡ субъекттарын асыҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Быйыл был конкурста үҙгәрештәр булды. Быға тиклемгеләренән айырмалы, ул ике этаптан торҙо. Һайлап алыу йәки муниципаль этапты муниципаль райондар, ҡала округтары уҙғарҙы. Һайлау турын үткән 86 эшҡыуар араһынан иң-иңдәрен һуңғы республика этабында конкурс комиссияһы асыҡланы. Ул Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм эшҡыуарлыҡтың йәмғиәт ойошмалары вәкилдәренән торҙо.
Конкурста республикала теркәлгән һәм ике йылдан кәм булмаған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡараған юридик шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың эшмәкәрлеге 2019 йылдағы хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса баһаланды.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: