Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 11:25

Автоматлаштырылған эш урындары булдырыла

Был тәңгәлдә 10 меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырыласаҡ, был системаға байтаҡ ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең бурыстарын еңелләштереүгә ярҙам итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға илде үҫтереүҙең төп маҡсаттарына өлгәшеү өсөн иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе тиҙләтеү бурысы бар.
Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһында эшләү өсөн булдырыла. Был тәңгәлдә 10 меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырыласаҡ, был системаға байтаҡ ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең бурыстарын еңелләштереүгә ярҙам итәсәк. Был проект һаулыҡ һаҡлау тармағын өр-яңы кимәлгә сығарып, граждандарға электрон хеҙмәтләндереүҙе файҙаланыу өсөн шарттар тыуҙыра.
Заманса техника менән тәьмин итеү - телемедицина консультациялары ойоштороу буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтә, санитар транспорт эшмәкәрлеген көйләй, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тапшырыуға ярҙамлаша.
#ВВПУТИН