Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 11:20

ПАНДАНЫ ҠОСАҠЛАҒЫМ КИЛӘ...

Рәсәй Президенты Владимир Путин Тула өлкәһендә йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы...

Рәсәй Президенты Владимир Путин Тула өлкәһендә йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Туғыҙ айынан алып шәкәр диабетының 1-се төрө менән ауырыған малай панда менән ҡосаҡлашҡыһы килгән. Был хаҡта Президентҡа “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте хәбәр иткән.
Ил башлығы малайҙы уның ата-әсәһе менән бергә Мәскәү зоопаргына саҡырған. Зоопаркта йөрөгән ваҡытта малайға В.В.Путин телефондан шылтыратып хәлен һорашҡан.
“Бөгөнгө хәлгә мин һаман да ышана алмайым. Был ысынлап та--мөғжизә. Мин тулҡынланам һәм бик ҡыуанам”,- тип яуаплаған бәләкәй Саша.
Бына шулай, Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша. Тик ысын күңелдән ышанырға һәм кәрәкле кешеләргә хат яҙырға ғына кәрәк!
#ВВПУТИН