Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 23:15

Бүребай шахтаһында тағы фажиғә

Бөгөн төндә ауыр хәлдә реанимацияға һалынған ирҙе өйҙә ҡатыны һәм береһенән-береһе бәләкәй дүрт улы көтә...

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында йәнә ҡот осҡос ваҡиға теркәлгән.
Бөгөн төндә комбинат шахталарының береһендә эшсенең өҫтөнә ер ишелеп төшкән. Бәхеткә күрә, уны ваҡытында ҡотҡарып ҡалғандар, әммә хәле бик ауыр, әле Аҡъяр дауаханаһының реанимация бүлегендә.
Зыян күргән иргә 34 йәш, уны өйҙә ҡатыны һәм береһенән-береһе бәләкәй дүрт улы көтә.
Декабрь башында ғына Бүребай тау-байыҡтырыу шахтаһында быраулау ҡоролмаһы машинисы бейектән йығылып төшөп һәләк булғайны. Ошо уҡ предприятиела тағы ла бәхетһеҙ осраҡ теркәлеүе комбинат етәкселәрен уйланырға мәжбүр итер моғайын.
Кәримә Усманова.
Читайте нас: