Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 11:23

Вакцинаның һаулыҡҡа зыяны юҡ

Башҡа дәүләттәргә ярҙам күрһәтеү - халыҡты вакцинациялауға ҡамасауламай, сөнки Рәсәй уларҙы әҙер вакцина менән тәьмин итмәй, ә вакцина компоненттарын башҡа илдәрҙәге майҙансыҡтарҙа етештерергә йыйына.

-2021 йылдың башында Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны миллиондан ашыу дозаға еткерәсәкбеҙ. Вакцина етештереү өсөн яңы заводтар төҙөргә һәм ҡеүәттәрҙе арттырырға кәрәк, - тине В.В.Путин матбуғат конференцияһында. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы әле коронавирустан вакцина яһатмауын белдерҙе. -Хәҙерге ваҡытта препарат граждандарҙың айырым категорияларына таратыла, әле миңә сират етмәгән. Мөмкинлек булғас та, прививка эшләтәм», — тине ул.
Ил башлығы белдереүенсә, прививка эшләү – коронавирус менән көрәшеү өсөн бик кәрәкле сара, тап вакцина коллектив иммунитет булдырырға ярҙам итәсәк. Беҙҙә сығарылған вакцинаның һаулыҡҡа зыяны юҡ.
-Башҡа дәүләттәргә ярҙам күрһәтеү Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялауға ҡамасауламай, сөнки Рәсәй уларҙы әҙер вакцина менән тәьмин итмәй, ә вакцина компоненттарын башҡа илдәрҙәге майҙансыҡтарҙа етештерергә йыйына,- тип асыҡлыҡ индерҙе Путин.
#ВВПУТИН