Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 11:00

Сибай—хатаһыҙ ҡала

Башҡорт теле йылы йомғаҡтары буйынса хатаһыҙ ҡала һәм райондар билдәләнде. Беренсе урын Сибай ҡалаһына бирелде, икенсе урында — Ҡырмыҫҡалы, ә өсөнсө урында — Краснокама районы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән «Башҡорт теле көнө» һәм 2020 йыл Башҡорт теле йылына арнап республикала һәм милләттәштәр күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл дауамында башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторолдо. Тематик йылға йомғаҡлау тантанаһы Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
Башҡорт теле йылы йомғаҡтары буйынса хатаһыҙ ҡала һәм райондар билдәләнде. Беренсе урын Сибай ҡалаһына бирелде, икенсе урында — Ҡырмыҫҡалы, ә өсөнсө урында — Краснокама районы.