АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 22:00

БАЛАЛАРҒА - ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ

Бөгөнгө матбуғат конференцияһында ил президенты В.В.Путин ете йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум күләмендә аҡса бүленәсәге хаҡында әйтте.

Бөгөнгө матбуғат конференцияһында ил президенты В.В.Путин ете йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум күләмендә аҡса бүленәсәге хаҡында әйтте. Был дәүләттән Яңы йыл бүләге буласаҡ. Быға ҡәҙәр, йәғни 2020 йылда бирелгән ғаризаға ярашлы, әлеге түләү шул иҫәпкә автоматик рәүештә күсерелә. Тимәк, иҫәбе үҙгәреүселәргә тиҙ арала реквизиттары үҙгәреүе хаҡында хәбәр итеп, яңынан ғариза яҙырға кәрәк.
Шулай уҡ 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләр өҫтәлмә түләү аласаҡ. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларығыҙ булһа, килемегеҙ аҙ булһа, пособие һеҙгә тәғәйенләнәсәк. Ғаиләнең һәр ағзаһының килеме 2 йәшәү минимумынан кәм булһа, 1, 5 йәшкә тиклемге балаларға берәр йәшәү минимумы күләмендә пособие ҡарала. 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙа әсә капиталы иҫәбенән өлөшләтә түләүгә өмөт итә ала.
Читайте нас: