Быйыл журналистарҙан тыш, илдең һәр гражданины Рәсәй лидерына һорау бирә ала. Мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге ирекмәндәре һәр һорауҙы ентекле тикшерә, уларҙы аныҡ формалаштырыуҙа ярҙам итә. Иң популяр һорауҙар торлаҡ коммуналь хужалығына, ғаиләләргә ярҙам булдырыуға, медицина өлкәһенә ҡағыла.