Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 10:51

Ирекмәндәр эшенә мохтажбыҙ

Бөгөнгө көндә төбәгебеҙҙә 2 мең 400-ҙән ашыу ирекмән-медик бар, шуларҙың 80-е...Тулыраҡ сайтта

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының онлайн-форумында ҡатнашты. Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бәйләнешкә инеп, сығыш яһаусылар байтаҡ булды. Улар ирекмәндәр эше тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән бүлештеләр. Башҡортостан Республикаһынан Яков Кугубаев сығыш яһаны:
– Башҡортостанда марттан алып «Беҙҙең хәстәр» берҙәм ирекмәндәр үҙәге асылды, беҙ унда мохтаждарға, тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итәбеҙ. Сәй йыйылмалары, башҡорт балы килтерҙек, табиптарҙы ҡыуандырып, күңелдәрен күтәрер өсөн шәхси һаҡланыу әйберҙәре менән ярҙам иттек. Бөгөнгө көндә төбәгебеҙҙә 2 мең 400-ҙән ашыу ирекмән-медик бар, шуларҙың 80-е – минең хеҙмәттәштәрем-депутаттар, – тине ул
– Ер йөҙөндәге һәр кеше изгелек ҡылып йәшәргә тейеш. Бында күпмелер дәрәжәлә йәшәү мәғәнәһе ла бар. Ирекмәндәр эше бөгөн бик кәрәк. Һәр башланғысығыҙҙың ғәмәлгә ашыуын теләйем. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе ишетеүгә шатмын, нимә тураһында һөйләшеүегеҙҙе, ниндәй бурыстар ҡуйыуығыҙҙы, ил алдында торған мәсьәләләрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ниндәй хәл итеү юлдарын эҙләүегеҙҙе тыңларға һәм мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, – тине В.В.Путин
#ВВПУТИН