Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 11:25

“Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артмаҫҡа тейеш!”

Көнбағыш майына донъя баҙарында - 30,8%.-ҡа, Рәсәйҙә - 23,8%-ҡа хаҡ артҡан.

Иҡтисад һорауҙары буйынса кәңәшмә барышында Рәсәй Президенты В.В.Путин иҡтисад баҙарында аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын бер аҙна эсендә туҡтатыуҙы һораны.
«Был өлкәгә ҡағылған бар һорауҙарҙы бер аҙна эсендә хәл итергә кәрәк. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артмаҫҡа тейеш. Хаҡтар тураһында айырым ҡарар сығарып, уны власть органдары, халыҡ менән килешеп документта теркәп ҡуйырға бойорам.Был проблеманы бөгөн хәл итмәһәк, артабан хаҡтар тағы ла күтәреләсәк,”-тине В.В.Путин.
Рәсәй лидеры билдәләүенсә, көнбағыш майына донъя баҙарында - 30,8%.-ҡа, Рәсәйҙә - 23,8%-ҡа хаҡ артҡан.
#ВВПУТИН